Тәүәкән ауылы моделле китапханаһы Башҡорт теле көнөнә һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл билдәләнеү уңайынан "Ете аҙым" марафонына ҡушылды. |
Һаулыҡтың сығанағы булған йәйәү йөрөү, шулай уҡ физик әүҙемлектең бер төрө булып тора. Заманлаштырылған күнекмә булған скандинав таяҡтар менән йөрөүҙе лә үҙләштереп, хуп күргәндәр бар.
|
Физик яҡтан ныҡлы булырға теләһәң, хәрәкәтләнергә, төрлө күнекмәләр эшләргә кәрәк. Хәрәкәттә - бәрәкәт, ти халыҡ мәҡәле. Ошо хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, Тәүәкән ауылының "Сәңкем" халыҡ фольклор ансамблендә йөрөүселәр, әүҙем һәм сәләмәт тормош яҡлы.
|
Фёдор Михайлович Достоевский - русский писатель, мыслитель, философ и публицист. Член-корреспондент Петербургской академии наук с 1877 года. Классик мировой литературы, по данным ЮНЕСКО, один из самых читаемых писателей в мире.
|
Халҡыбыҙҙы мәңгелек ҡиммәттәр берләштерә. Беҙҙе дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек көслө итә. "Халыҡтар дуҫлығы көнө" уңайынан уҙғарылған тарихи сәғәттә "Халыҡтар дуҫлығы", "Мәҙәниәт төнө" акцияларына ҡушылып, "Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ" китабына байҡау яһалды. Уҡыусылар, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр.
|