menu
person

15:30
"Ғаилә көнө символы - аҡ сәскәләр"
8 июлдә - Рәсәйҙә "Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө" билдәләнә. Был байрам беренсе тапҡыр 2008 йылда – илебеҙҙә "Ғаилә йылы" тип, иғлан ителгән саҡта билдәләнә. Ғаилә байрамының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» тигән, иҫтәлекле миҙалы бар. Күркәм датаның символы – аҡ сәскә (ромашка). Матур йолаға әүерелгән байрам уңайынан, китапханала аҡ сәскәләрҙән күргәҙмә - күркәм датаның бер биҙәге булһын. Ең һыҙғанып донъя көткән, йәштәргә оло үрнәк күрһәтеп, тормош ауырлыҡтарын уртаҡлашып, бер - береһенә терәк - таяныс булып, татыу ғүмер кисергән ғаиләләрҙе байрам менән тәбрикләйбеҙ. Балаларығыҙҙы, ейән - ейәнсәрҙәрегеҙҙе ҡыуандырып, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын, ғаиләләрегеҙгә именлек, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ғүмер юлын үткәндә, "Ғаилә көнө" символы булған аҡ сәскәләрҙәй - аҡ бәхеттәр генә һеҙгә юлдаш булһын!

Просмотров: 78 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar