09:11 "Ҡатын - ҡыҙ донъя йәме!" | |
8 март - тормош ҡото, донъя йәме, ғаилә усағын һаҡлаусы изге йәндәребеҙҙе ҙурлау көнө. Хөрмәтләп, ихтирамыбыҙҙы еткереп, иғтибарыбыҙҙы бүлеп, рәхмәт һүҙҙәрен тапшырырға, йылы мөнәсәбәткә генә лайыҡ булған ҡатын - ҡыҙҙарҙы ҡотлау, күркәм йолаларҙың береһе. Хөрмәтле өләсәйҙәр, әсәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән һеҙҙе! Ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, йән тыныслығы, күңел байлығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет тулы көндәр теләйбеҙ! Ҡәҙерле гүзәл заттар, һәр ваҡыттағыса йөҙҙәрегеҙ мөләйем, ҡараштарығыҙ нурлы, күңелдәрегеҙ изгелек менән тулы булһын, ихлас йылмауығыҙ бар донъяны йәмләһен. Байрам менән һеҙҙе, ҡотлайбыҙ! | |
|
Всего комментариев: 0 | |