menu
person

15:16
Беҙ бергә
Тәүәкән ауылы моделле китапхана - музейы менән Ялсы ауылы «Беҙ бергә» ирекмәндәр ойошмаһының ағзалары таныштылар. Сәйәхәт барышында ирекмәндәр китапхана фонды тураһында мәғлүмәт алдылар, ундағы иҫтәлекле баҫмаларҙы ҡаранылар. Музей бүлегендә урын алған ҡомартҡылар уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Беҙ бергә» ирекмәндәр ағзаларын ойоштороп алып килгән Ялсы ауылы моделле китапханаһы хеҙмәткәре Юдаева Айгөл Фирҡәт ҡыҙы китапхана - музей эшмәкәрлеге тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, уңыштар теләне. Музейға сәйәхәт тураһында тәьҫораттарын яҙҙы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Киләсәктә ирекмәндәргә ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ, ҡылған изге эштәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Просмотров: 5 | Добавил: saitbatalowal | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar