menu
person

13:42
Экскурсия Пушкин картаһы буйынса үткәрелде
Тәүәкән ауылында бик бай моделле китапхана бар. Уның хужабикәһе Ләлә Нурулла ҡыҙы һәр ваҡыт йөкмәткеле, файҙалы саралар үткәрә. Бөгөн 8 класс уҡыусылары өсөн ул Башҡортостандың халыҡ шағиры А. Филиппов тураһында мәғлүмәти сара үткәрҙе. Уҡыусылар шағирҙың тормош юлы, ижады менән танышты, һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ М. Ғ. Рәхимовтың музейына иҫтә ҡалырлыҡ экскурсия ойошторолдо. Ундағы һәр экспонат тарих һөйләй. Данлы яҡташыбыҙҙың тормош юлына, халыҡ өсөн эшләгән эштәренә бәйле булыуы менән ҡәҙерле улар. Был сара Пушкин картаһы буйынса үткәрелде. Ләлә Нурулла ҡыҙы был карта тураһында ла ентекле мәғлүмәт бирҙе. Туған халҡының тарихын, мәҙәниәтен белеп үҫкән быуын илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә. Фәһемле сара өсөн ҙур рәхмәт.

Просмотров: 90 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar