menu
person

10:45
Яңы китап
Яңы китап «Һағыныу»

Китапхана, Тәүәкән ауылы мәктәбендә туған тел көндәре сиктәрендә ойошторолған Айгөл Айытҡолованың «Һағыныу» китабының исем туйында ҡатнашты.

Китапханабыҙҙа яҡташ яҙыусыларыбыҙға арналған «Таланттарға бай төбәк», тип исемләнгән күргәҙмә эшләй. Бында Айгөл Айытҡолованың беренсе «Ҡымыҙ еҫе» китабы урын алған.
Осрашыуҙы ойоштороусы Гөлназ Салауат ҡыҙы Сәлихова, 21 февраль - туған тел көнө айҡанлы, яңы китап менән танышыу маҡсатын билдәләп үтте. Кисә барышында яҙыусының тормош юлы һәм ижади эшмәкәрлеге менән таныштырҙылар.
Район шиғырҙар бәйгеһе лауреаты Нәҡиә Вәлитова яҙыусының «Башҡортостан», «Рәми иҫтәлегенә» исемле шиғырҙарын таусири уҡыны.
Яҙыусының Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа арнап яҙған «Ҡоба һүҙ» шиғыры уҡылды.
Уҡыусылар «Һалдат һүҙе» шиғырын яттан һөйләнеләр, бейеү, йыр, гармун моңдарын бүләк иттеләр.
Шулай уҡ , «Мөғжизәләр көтәм» шиғыры осрашыу кисәһен биҙәне.

Үҙ сиратында, Айгөл Рәжәп ҡыҙы Айытҡолова яңы сыҡҡан икенсе ижади емеше «Һағыныу» китабында баҫылған шиғырҙары менән таныштырҙы һәм уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.
Просмотров: 5 | Добавил: saitbatalowal | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar