menu
person

16:37
Йылдар беҙгә кәртә түгел
Етеҙ хәрәкәтләнеп, баҙыҡ аҙымдар менән атлап килгән кеше, кинәт туҡталды. Баҡһаң, ул сәләм биреп торған, ауылдашының хәлен белешә икән. Кем тураһында һүҙ, тиһәгеҙ? Кешеләр менән аралашырға яратҡан, йор һүҙле, теремек, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да йорт-ҡураһын бөхтәлектә тотҡан - Миңлеғужа Ҡаясетдин улы Ҡараҙбаев.
Хеҙмәттә үткән ғүмер юлын барлап, хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашты, өлкән быуын вәкиле ауыл китапханаһында уҙған осрашыуҙа. Яҙмышында осрап торған ауыр һынауҙарға бирешмәй, көслө рухлы булып, айыҡ аҡыл менән тормош көтәләр уларҙың ғаиләһе. Бөгөнгө көндә, төп таяныстары булған хәстәрле балалары, ата-әсәһен ярҙамдарынан ташламай, көндәлек өй мәшәҡәттәрен үҙ өҫтәренә алғандар. Төрлө үҙгәрештәрҙән торған донъяның ҡәҙерен белергә, һәр яңы атҡан таңдың - яҡты, бәрәкәтле, тыныс булыуын теләне, Миңлеғужа Ҡаясетдин улы.
Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа, ауыл ҡотон һаҡлаған, йәме булған хөрмәтле, ихтирамға лайыҡ хеҙмәт юлы үткән, бөтә оло быуын кешеләренә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, йән тыныслығы, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ.
Просмотров: 39 | Добавил: saitbatalowal | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar