Теле барҙың - иле бар Теле барҙың - иле бар, иле барҙың - көнө бар, ти халыҡ мәҡәле.
Бөгөн Тәүәкән ауылы моделле китапхана - музейы Күгәрсен районы ағинәйҙәр ойошмаһының «Ағинәй юлы» эстафетаһы сиктәрендә халыҡ - ара туған тел көнөнә арналған сарала ҡатнашты.
«Теле барҙың - иле бар» исеме аҫтында уҙған сара Яңауыл ауылында уҙҙы. Яңауылдар бай йөкмәткеле тамаша, ҡул эштәренән сағыу күргәҙмәләр, күренекле шәхестәре, ауыл тарихы менән бәйле мәғлүмәттәрҙе яҡтыртҡан - ҙур сарала берләштерҙе, төрлө ауылдарҙан килгән ағинәйҙәрҙе.
Тәүәкән ағинәйҙәре Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры, «Татыу ғаилә - ил күрке» йыры, тел тураһында башҡорт халыҡ мәҡәлдәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә "Башҡорт теле" йыры менән сығыш яһанылар.
Туған телдәр көнө уңайынан уҙған осрашыу көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла булған телебеҙгә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға өндәне. [/c] |