menu
person

Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре - Башҡорт теле көнө тип, билдәләнгән. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобта Тәүәкән мәктәбе уҡыусыһы Хәйсәров Рәдиф тыуған ауылына бағышланған шиғыры менән ҡушылды. Тәүәкән ауылы моделле китапханаһында уҙғарылған "Телен һаҡлаған - илен һаҡлаған" сараһында Ғәлиева Сәриә Ғәлимйән ҡыҙы, Вәлитова Нәҡиә Сәрүәретдин ҡыҙы ҡатнаштылар. Башҡорт теле көнө! Иң бай, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө айҡанлы ҡотлайбыҙ!
Просмотров: 94 | Добавил: saitbatalowal | Дата: 14.12.2023 | Комментарии (0)