Тәүәкән ауылы моделле китапханаһы «Башҡорт теле көнө» нә арналып, район китапханаһында уҙғарылған онлайн-шиғырҙар бәйгеһендә ҡатнашты. Әҙәби сарала Тәүәкән ауылынан Ғәлеева Сәриә Ғәлимйән ҡыҙы , Вәлитова Нәҡиә Сәрвәретдин ҡыҙы дипломдар һәм иҫтәлекле китаптар менән бүләкләнделәр. Ҡатнашыусылар иғтибарына Сәриә Ғәлимйән ҡыҙы түшелдеректәр күргәҙмәһен, уларҙы тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе тәҡдим итте.
|