menu
person

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 (15)ғинуарында Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында тыуа. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929–1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1931–1934 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире, 1934–1951 йылдарҙа төрлө гәзиттәрҙә редакторлыҡ вазифаһын башҡара. 1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Зәйнәб Биишева — башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы (1990), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968), өс «Почёт Билдәһе» ордены (1960, 1968, 1976) кавалеры.
Тәүәкән ауылы моделле китапханаһында яҡташ яҙыусыбыҙға бағышланған «Рухыбыҙ йондоҙо» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды.
Просмотров: 38 | Добавил: saitbatalowal | Дата: 15.01.2025 | Комментарии (0)