Бай тарихын һаҡлаған Китапхана - музей бар. Аҫыл шәхес яралған, Тәүәкән ауылында. Мортаза Рәхимов бында Тәүге ауазын һалған, Беренсе президент булып Халҡына тоғро ҡалған. Мортаза олатайҙың эше - Оло хөрмәткә лайыҡ, Шәхесте иҫкә алырға Ашҡына бында халыҡ. Мин дә булдым был музейҙа, Ҡараным хайран ҡалып. Халҡымдың данлы улына, Ҡурай уйнаным алып!
|