Үҙәк район моделле китапханаһы саҡырыуы буйынса, Тәүәкән ауылы моделле китапхана - музейы хеҙмәткәре Сәитбаталова Л.Н. яҙыусылар менән осрашыуҙа ҡатнашты. Ялсы мәҙаниәт йортонда ойошторолған сарала, Ағиҙел журналының баш мөхаррире Мөнир Ҡунафин, Башҡортостан гәзитенең баш мөхаррире урынбаҫары Гөлназ Ҡотоева, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнаштылар. Ижади осрашыу һуңында матбуғат баҫмаларына ташлама менән яҙылырга, языусыларҙың автографлы китаптарын, гәзит - журналдар алырға ашыҡтылар ҡатнашыусылар.
|