|
Тәүәкән ауылы моделле китапхана - музейы хеҙмәткәре Исем ауылында уҙған "Ураҡ" эштәренә бағышланған йолала, "Сәңкем" халыҡ фольклор ансамбле менән ҡатнашты. Халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре, Күгәрсен районы ағинәйҙәренең сағыу сығыштары биҙәне йәмле осрашыуҙы. "Ағинәй юлы" сараһы һәр ҡатнашыусының күңеленә яҡты, нурлы юл һалып, йылы өләште.
|