menu
person

17:19
Изге ҡомартҡы - китап
Дауыт-Ҡайып, изге тыуған бишек,
Йөрәктәргә һин бит йәм генә.
Тарих һаҡлап, ғәзиз ауылҡайым,
Балҡып йәшә, мәңге, мәңгегә.
(Рәмил Йәнбәк)

Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү алдынан, Теләүембәт ауыл биләмәһенә ҡараған Дауыт- Ҡайып ауылында, тағы ла бер оло шатлыҡлы ваҡиға булып үтте. Ауылдың 225 - йыллығына арнап баҫтырылған "Дауыт - Ҡайып - изге тыуған бишек" - тип, исемләнгән китапты туйланылар улар. Киләсәк быуынға изге аманат итеп тапшырыла - тарихи ҡомартҡы. Эстәлекле китап - ауыл тарихын, данлыҡлы шәхестәре, ошо ауылда тыуып үҫкән, хеҙмәттәре менән уңышҡа өлгәшкән яҡташтарыбыҙ йәшәйешен сағылдыра. Уларҙың шәжәрәләрен үҙ эсенә алған. Китаптың исем туйы айҡанлы йыйылған ҡунаҡтар, тыуған ауылдары хаҡында йылы һүҙҙәр әйтеп ҡалырға ашҡындылар. Тыуған нигеҙҙәренә булған һөйөүҙәрен, шиғри юлдар аша ла еткерҙеләр. Китап донъя күреүгә көс һалған редколлегия ағзаларына, ярҙам ҡулы һуҙып, үҙ өлөштәрен индергәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Был китап быуын - быуындан тапшырылыр, тағы ла байытылыр - тигән, изге теләктә улар. Китап биттәрендә, үҙҙәренең ата - әсәләренең фото - һүрәттәрен күреп, ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш эркелеүҙәре, рухи ҡомартҡыға иң юғары баһалыр. Ошондай илаһи көскә эйә булған китап, китапханала лайыҡлы урын алып, китап һөйөүселәрҙе үҙенә тартып тороуына шик юҡ. Рухи мираҫ Дауыт - Ҡайып ауылының бишеген оҙаҡ йылдар тибрәлдерһен.

Просмотров: 102 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar