10:36 Яныбай Хамматовтың китаптарын уҡыйыҡ | |
Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл башҡорт яҙыусыһы 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуған. Яныбай Хамматовтың бала сағы еңелдән булмай, бик иртә ата-әсәһен юғалта. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Инйәр мәктәбендә уҡый. Йәй айҙарында иптәштәре менән алтын йыуа. Хеҙмәт юлы ла Исмаҡайҙа башлана. 1942 йылда 17 йәшендә хеҙмәткә китә. Бөйөк Ватан һуғышында II дәрәжә Ватан Ордены һәм бик күп миҙалдарға лайыҡ була. Һуғыштан һуң Әүжән приискаһында эшләй, район гәзитенә әүҙем яҙыша. Артабан уны Белорет комсомол райкомына инспектор итеп эшкә саҡыралар, бүлек мөдире, беренсе секретарь була. Шул уҡ ваҡытта партия мәктәбендә уҡый һәм педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Партия һәм совет органдарында эшләй. “Бөртөкләп йыйыла алтын ” романы 1965 йылда баҫылып сыға. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәте донъяһына яҙғы йәшен кеүек күкрәп килеп инә. Һуңынан инде башҡорт халҡының тарихын, яҙмышын сағылдырған “Төньяҡ амурҙары”, “Һырдарья”, “Салауат”, “Ҡара яу” романдары донъя күрә. Шулай уҡ “Башҡорттар китте һуғышҡа”, “Комбриг Муртазин”, “Тыуған көн” биографик романдары ла тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра. Яҙыусының әҫәрҙәре рус, украин, азербайджан телдәренә тәржемә ителгән. Әҙип вафат булғас, уның ҡыҙы Гүзәл тәржемәһендә һәм ейәне Алһыу биҙәүендә “Пасынок”, “Карьера”, “Ағиҙел стремится в Волге” китаптары донъя күрә. Яныбай Хамматовҡа 1994 йылда пенталогияһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Бөтә Союз күләмендәге әҙәби конкурстарҙа еңеп, СССР яҙыусылар союзы премияһын ала, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Тәүәкән ауылы моделле китапханаһы әҙиптең китаптарын уҡырға тәҡдим итә. | |
|
Всего комментариев: 0 | |