menu
person

19:47
"Яулыҡ - тыныслыҡ символы"
Көйөргәҙе ерендә уҙғарылған, lll Халыҡ-ара "Яулыҡ - тыныслыҡ символы" фестивалендә ҡатнашыу бәхете йылмайҙы. Көн дауамында барған сарала оҫталарҙың ҡул эштәренән ойошторолған һатыу - күргәҙмәләр менән таныштыҡ, түңәрәк өҫтәлдә аралаштыҡ, "Музыкаль яулыҡ" асыҡ микрофонында таҡмаҡтар йырланыҡ. Оҫталыҡ дәрестәрендә, "Халыҡтар дуҫлығы" хороводында ҡатнаштыҡ. Гала концертта "Шәл өмәһе", "Киленгә шәл ябыу" йолалары менән сығыш яһаныҡ.

Рух күтәренкелеге, күңел байлығы, берҙәмлек, дуҫлыҡ бүләк иткән байрам сараһына рәхмәтлебеҙ.

Просмотров: 92 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar