menu
person

15:19
Хуш киләһең, Яңы йыл!
29 декабрь Теләүембәт мәҙәниәт йортонда үткән "Хуш киләһең, Яңы йыл!" кисәһендә ҡатнаштыҡ. Тамашасыларға йырлы - моңло күстәнәстәребеҙҙе бүләк иттек. Байрам түрен алып торған, төрлө уйынсыҡтар менән биҙәлгән шыршы тирәләй бергәләшеп бейеп алдыҡ. Ҡыш бабай, Ҡарһылыуҙың , сығыш яһаусыларҙың, иң мөғжизәләргә бай байрам - Яңы йыл менән тәбрикләүҙәрен ихлас алҡыштарға күмдек.
Яңы йыл ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, күңел бөтөнлөгө , өмөтлө, яҡты киләсәк, ғаилә именлеге, ил тыныслығы, уңыштар алып килһен! Хуш киләһең, Яңы йыл! Төклө аяғың менән!
Просмотров: 9 | Добавил: saitbatalowal | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar