|
29 декабрь Теләүембәт мәҙәниәт йортонда үткән "Хуш киләһең, Яңы йыл!" кисәһендә ҡатнаштыҡ. Тамашасыларға йырлы - моңло күстәнәстәребеҙҙе бүләк иттек. Байрам түрен алып торған, төрлө уйынсыҡтар менән биҙәлгән шыршы тирәләй бергәләшеп бейеп алдыҡ. Ҡыш бабай, Ҡарһылыуҙың , сығыш яһаусыларҙың, иң мөғжизәләргә бай байрам - Яңы йыл менән тәбрикләүҙәрен ихлас алҡыштарға күмдек. Яңы йыл ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, күңел бөтөнлөгө , өмөтлө, яҡты киләсәк, ғаилә именлеге, ил тыныслығы, уңыштар алып килһен! Хуш киләһең, Яңы йыл! Төклө аяғың менән!
|