menu
person

Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылдың 19 ноябрендә Күгәрсен районының Бикбулат ауылында тыуған. 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла. Хәрби юлын шофер булып үтә. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Өфө музыка училищеһында, Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡый. Телевидение һәм радиола, "Ағиҙел" журналында эшләй.
Шакир Янбаевтың "Үлән өҫтөндәге ысыҡ" тигән тәүге китабы 1966 йылда баҫылып сыға. Дүрт - биш йылдан һуң бер - бер артлы ике китабы: "Йәшәү һуты" (1971) һәм "Ерем - ете ҡат" (1972) донъя күрә. Артабан "Көмөш йүгән" һәм " Зәңгәр сатыр" тигән, китаптары баҫтырып сығарыла.
"Беүә буйҡайҙары һары тал" романы башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрә. Үҙе иҫән саҡта сыҡҡан һуңғы китабы " Был донъяның кеме юҡ" тип атала. Вафат булғандан һуң яҙыусының " Диңгеҙ аҡсарлағы" исемле китабы 2007 йылда баҫтырыла.
Просмотров: 12 | Добавил: saitbatalowal | Дата: 14.11.2025 | Комментарии (0)