|
Тәүәкән ауылы моделле китапхана - музейы хеҙмәткәре "Мөһабәт тауҙарҙа юғары ижад" тип, исемләнгән әҙәби осрашыу кисәһендә булды. Яҡташ яҙыусыға бағышланған хәтер кисе район үҙәге яңы быуын моделле китапханаһында уҙҙы. Башҡорт прозаигы Шакир Янбаевтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған бай йөкмәткеле сарала фронтовик - яҙыусы тураһында хәтирәләр, юғары ижадын сағылдырған шиғри - музыкаль сығыштар менән үрелеп барҙы.
|