|
Теләүембәт ауыл советы биләмәһенең Аҙнағол ауылында «Ағинәй юлы» район эстафетаһы сиктәрендә «Ҡоймаҡ байрамы» үтте. Ҡунаҡтарҙы Теләүембәт ауыл биләмәһе башлығы Ҡараҙбаев Булат Ғизелхаҡ улы сәләмләне. Күркәм сара ағинәйҙәрҙең сығыштары, йылы аралашыу, уйындар, викторина һорауҙары менән үрелеп барҙы. Байрам сараһында Күгәрсен районы ағинәйҙәре етәксеһе Искәндәрова Гөлфиә Хәсән ҡыҙы үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Эстафетаны Һатлыҡ ауылы ағинәйҙәре ҡабул иттеләр.
|