|
Бөгөн Башҡортостанда - Хәтер һәм хөрмәт көнө. 2 май көндө, йола буйынса, зыяраттарҙа өмәләр ойошторолдо. Тәүәкән ауылы халҡы ла, зыяратты таҙартыу буйынса өмәлә ҡатнаштылар. Изге бурысты үтәүҙән, берәү ҙә ситтә ҡалманы, берҙәм һәм дәррәү тотоноп - ҡәберлектәр таҙартылды, тәртипкә килтерелде. Мәрхүмдәрҙең яҡты рухтарына бағышлап доғалар уҡылды.
|